Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь , 09:23

"Стимул" программаһы буйынса юл һалына

Өфөнөң Дим районында урынлашҡан "Сағыу" ("Яркий") биҫтәһендә "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының федераль программаһы буйынса дүрт юл һалына.

"Стимул" программаһы буйынса юл һалына
"Стимул" программаһы буйынса юл һалына
"Стимул" программаһына ярашлы, дөйөм оҙонлоғо 2,3 км булған юл 3-сө, 5-се һәм 6-сы кварталда, шулай уҡ күп профилле полилингваль мәктәп янында төҙөлә. Был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 170 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
"Сағыу" биҫтәһе әүҙем үҫә. Унда яҡшы юлдар ҙа кәрәк. 

Әйткәндәй, "Стимул" программаһы милли проект буйынса эшләй.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в