Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь , 08:19

Өфөнөң үҙәгендә фән аллеяһы барлыҡҡа киләсәк

24 сентябрҙә «РН-БашНИПИнефть» хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Совет районы хакимиәте етәкселеге менән берлектә ҡала үҙәгендә Виргин муйылының 18 үҫентеһен ултыртасаҡ. Сара, «Йәшел Башҡортостан» төбәк экологик акцияға ярашлы, «РН-БашНИПИнефть» фәнни-проект институтының 75 йыллығына арнап ойошторола.

Өфөнөң үҙәгендә фән аллеяһы барлыҡҡа киләсәк
Өфөнөң үҙәгендә фән аллеяһы барлыҡҡа киләсәк

Аллеяның үҙәк өлөшө Иван Якутов урамындағы институт офистарының береһе алдында урын аласаҡ. Унда октябрь уртаһына тиклем тағы ла 19 ағас ултыртыласаҡ. «Шуберт» сортындағы муйыл үҫентеләре өс метр бейеклеккә етә, республика питомнигында үҫтерелгән һәм урындағы климат шарттарына яраҡлаштырылған. Ағастар май аҙағында сәскә атасаҡ.

Аллея эргәһендә йәйәүлеләр зонаһы төҙөкләндерелгән,  19 фонарь ҡуйылған.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в