Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь , 13:55

Эшсе ауыр йәрәхәтләнгән

Башҡортостанда «Башҡортостан баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәре юлыҡҡан ауыр бәхетһеҙ осраҡты тикшереү тамамланды. Ошо хаҡта Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хәбәр итә.

Эшсе ауыр йәрәхәтләнгән
Эшсе ауыр йәрәхәтләнгән

28 августа Хәйбулла районында перфоратор менән шпорҙар быраулағанда тау массаһы киҫәге ҡатламы ишелә. Ул эшсенең башына, арҡаһына һәм ҡулына төшә.

 

Бәхетһеҙ осраҡҡа тау-геологик шарттарҙың үҙгәреүенә контроль булмауы, ҡаҙылма байлыҡтарҙы ҡаҙыу һәм нығытыу паспорттарын дөрөҫ алып бармау, техник хеҙмәтләндереүҙе ваҡытында үткәрмәү сәбәпсе була.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в