Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь , 10:30

Дүрт йәшлек бала бәләгә тарыған

Уға ҡотҡарыусылар саҡырырға тура килгән.

Дүрт йәшлек бала бәләгә тарыған
Дүрт йәшлек бала бәләгә тарыған

Өфөлә ҡотҡарыусылар бармағы пластик уйынсыҡҡа ҡыҫылған дүрт йәшлек ҡыҙыҡайға ярҙам иткән. Был хаҡта ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.

 22 сентябрҙә көндөҙ ҡотҡарыусыларға ҡыҙыҡайҙың әсәһе мөрәжәғәт иткән. Ул баланың бармағын үҙаллы тартып сығарырға маташҡан, ләкин ярҙам итә алмаған. Ҡыҙыҡайҙың бармағын тартып сығарыу өсөн ҡотҡарыусыларға слесарь ҡоралы ярҙамында уйынсыҡтың пластик элементтарынан ҡырҡырға тура килгән. Бала бер ниндәй ҙә йәрәхәт алмаған һәм табиптар ярҙамына мохтаж түгел.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в