Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь , 15:30

Был ярышта уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала

Бөтә Рәсәй интеллектуаль-киберспорт лигаһының (Мәктәп лигаһы) бишенсе миҙгеле башлана. Илебеҙҙең мәктәп йыйылма командалары  биш программа төрө буйынса 1 миллион һум өсөн көрәшәсәк: Dota 2, Hearthstone, Clash Royale, электрон шахматтар, ваҡытҡа интернетта эҙләү. Ярыштар Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы ярҙамында үткәрелә.

Был ярышта уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала
Был ярышта уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала

Ҡатнашырға теләүсе 14 йәштән өлкән  уҡыусылар 30 сентябргә тиклем түбәндәге һылтанма буйынса https://bit.ly/3RnRxVi. ғариза ҡалдыра ала. Теркәү буйынса инструкцияны  ошо һылтанма буйынса https://bit.ly/3QgKvRC алырға мөмкин.

Мәктәп лигаһының бишенсе миҙгеле өс этапта үтә:

төбәк этабы – октябрҙә, зона этабы – ноябрҙә, финал этабы – декабрҙә. Турнир яңылыҡтары менән школьнаякиберлига.рф. рәсми сайтында ҡарап, танышып бара алаһығыҙ.


Бөтә Рәсәй интеллектуаль-киберспорт лигаһы Президент Гранттары фонды бүлгән «Бөтә Рәсәй йәштәр киберспорт уйындары» проектына индерелгән.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в