Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь , 18:00

Башҡортостанда водителдәрҙе тикшереү ойошторола

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда водителдәрҙе тикшереү ойошторола. Был хаҡта Башҡортостандың ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Башҡортостанда водителдәрҙе тикшереү ойошторола
Башҡортостанда водителдәрҙе тикшереү ойошторола

Иҫкәртеү саралары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуға һәм юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеүгә юл ҡуймауға йүнәлтелгән.

 

«Иҫерек водителдәргә, пассажирҙарҙы, шул иҫәптән балаларҙы йөрөтөүгә айырыуса иғтибар бүленә», – тип хәбәр итте республиканың ЮХХДИ башлығы.

 

Ял көндәрендә тикшереү эштәренә  ЮХХДИ-ның шәхси составы йәлеп ителәсәк.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в