Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь , 10:51

Андрей Назаров "НефАЗ"ды юбилейы менән ҡотланы

Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров кисә "НефАЗ" йәмғиәтендә булды.

Андрей Назаров "НефАЗ"ды юбилейы менән ҡотланы
Андрей Назаров "НефАЗ"ды юбилейы менән ҡотланы

Был ҙур һәм әһәмиәтле предприятиеға - 45 йыл. Шулай уҡ ошо көндәрҙә машина эшләүселәрҙең һөнәри байрамы ла.

Андрей Назаров хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы, етештереү майҙансыҡтарын ҡараны.

Премьер-министр белдереүенсә, бөгөн "НефАЗ" инновацион технологиялар, заманса ышаныслы техника, юғары компетенциялар менән ассациациялана, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в