Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь , 19:45

1 миллион 800 мең һумлыҡ кредитты ҡалайтып түләр икән?!

Октябрьский ҡалаһынан 44 йәшлек ҡатын ялған "банк хеҙмәткәренә" ышанып, 1 миллион 800 мең һумлыҡ кредит бурысы менән тороп ҡалған.

1 миллион 800 мең һумлыҡ кредитты ҡалайтып түләр икән?!
1 миллион 800 мең һумлыҡ кредитты ҡалайтып түләр икән?!

Уға билдәһеҙ номерҙан "банктың хәүефһеҙлек хеҙмәткәре" шылтыратып, ҡатындың шәхси кабинетына муттарҙың инергә маташыуы, аҡсаларының хәүефтә булыуы тураһында хәбәр иткән. Йәнәһе лә, быға юл ҡуймаҫ өсөн кредит алып, аҡсаны ул әйткән ячейкаға күсерергә кәрәк. Ҡатын "белгес"тең инструкцияһын теүәл үтәгән...

Өфөлә йәшәгән 45 йәшлек ҡатын ялған "брокер" ҡармағына ҡабып, 510 мең һумлыҡ кредит алған да, "инвестиция компанияһының" иҫәбенә күсергән. Аҙаҡ ҡына ундай компанияның юҡлығын белгән. Алдан шуны асыҡлаһасы...

Тәүлек эсендә республикала мутлыҡ факттары буйынса дүрт енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в