Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Сентябрь 2022, 18:15

Янғын бер кемде лә аямай...

Бөгөн киске сәғәт алтынсы ун дүрт минутта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Мәләүез ҡалаһындағы күп ҡатлы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын һүндереүселәр һигеҙенсе ҡаттағы фатирҙа, 13 квадрат метр майҙанда, ҡоторған утты һүндереп, оло йәштәге ҡатынды ҡотҡарып өлгөрә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынында ике кешенең, ир менән ҡатындың, кәүҙәһе табылған, уларҙың шәхесе асыҡлана.

Янғын бер кемде лә аямай...Янғын бер кемде лә аямай...
Янғын бер кемде лә аямай...

Янғынды һүндереүгә 28 кеше, 12 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Фажиғә булған фатирҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсе эшләй.

Фото: goskomitetrb

Янғын бер кемде лә аямай...
Янғын бер кемде лә аямай...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас