Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Сентябрь 2022, 04:10

Водителдең 89 түләмәгән штрафы булған

ЮХХДИ-ның айырым батальоны хеҙмәткәрҙәре ҙур суммала штраф түләмәүсене ҡулға алған. Был хаҡта Башҡортостандың ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Водителдең 89 түләмәгән штрафы булғанВодителдең 89 түләмәгән штрафы булған
Водителдең 89 түләмәгән штрафы булған

Мәләүез районында Өфө-Ырымбур федераль трассаһының 206-сы саҡрымында автомобиль туҡтатылған. Уның менән Стәрлетамаҡтан 50 йәшлек ир идара иткән. Билдәле булыуынса, уның фотовидеотеркәү камераларына эләккән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн бурысы күпләп йыйылған.

 

Бынан тыш, ир дүртенсе ай үҙенең автомобиле өсөн кредит түләмәй. Бурыслының автомобиленә арест һалынған, ә водитель идара итеүҙән ситләтелгән.

 

Штрафты 60 көн эсендә түләмәгән осраҡта административ штраф суммаһын ике тапҡырға арттырыу йә иһә 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу, шулай уҡ 50 сәғәткә мәжбүри эштәр рәүешендә административ яуаплылыҡ ҡаралған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас