

- Земфира Ғәли ҡыҙы Сиражетдинова үҙенең уҡыусылары Радмир Ғиззәтуллин, Айһылыу Ғәбитова, Эльвина Ғиззәтуллина, Илһам Сибәғәтуллин, Алина Смирнова менән килеп, ярҙам итештеләр, - тип ҡыуанысы менән бүлеште хеҙмәт ветераны Сания Ғилаж ҡыҙы. - Ғөмүмән, Мулдаҡай мәктәбенә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Ҡасан ғына мөрәжәғәт итһәк тә, ярҙам итергә әҙерҙәр. Ҡышын, мәҫәлән, уҡытыусы Эльза Рим ҡыҙы Рамазанова үҙенең синыф уҡыусылары менән килеп, йүгереп йөрөп утын ташыштылар. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ - шундай һәйбәт, ярҙамсыл, аҡыллы, тырыш балалар үҫә. Уҡытыусылары ла шәп бит!
Афарин, тимурсылар! Ололарға ярҙам итеү - оло сауап!
Фото: Эльза Рим ҡыҙы үҙенең уҡыусылары менән (асыҡ сығанаҡтарҙан).