Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Сентябрь 2022, 13:45

Саҡ ҡына алдараҡ шылтыратһаларсы...

Нефтекамала йәшәгән 27 йәшлек ир муттар тоҙағына эләгеп, 18 мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.

Саҡ ҡына алдараҡ шылтыратһаларсы...Саҡ ҡына алдараҡ шылтыратһаларсы...
Саҡ ҡына алдараҡ шылтыратһаларсы...

Граждандың кеҫә телефонына билдәһеҙ ҡатын, йәнәһе лә, ир эшләгән предприятиеның бухгалтеры, шылтыратып, уның исеменә яңылыш 18 мең 200 һум аҡса күсереүен, шул сумманы тиҙ генә ул әйткән иҫәпкә ебәрергә кәрәклеген әйтә. Ир уның алдағына ышанып, банкомат аша аҡсаны күсерә.

Ә бер аҙҙан уға эш урынынан шылтыратып, предприятие исеменән муттарҙың эш итеүен хәбәр итәләр. Саҡ ҡына алдараҡ шылтыратһаларсы...

Нефтекаманан 52 йәшлек ҡатынды иһә ялған "банк хеҙмәткәре" 560 мең һум аҡсаға алдай. Тап шул сумманы ҡатын билдәһеҙ әҙәмдең өйрәтеп тороуы буйынса кредитҡа алып, төрлө иҫәптәргә күсерә.

Был турала Нефтекаманан Сөмбөл Вәлиева хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас