

Илдус өйләнгән булған, уның ҡатыны Элина һәм ике улы - Тамерлан менән Осман ҡалған. Сығышы менән Ырымбур өлкәһенән булған 32 йәшлек егет Рәсәй Гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса махсус тәғәйенешле отрядында хеҙмәт иткән булған.
Ҡылған батырлығы һәм хәрби присягаға тоғро ҡалыуын иҫәпкә алып, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, ефрейтор Илдус Иманаев үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланған. Яугирҙең яҡындарына шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән генерал Шайморатов ордены ла тапшырылды.