

Рәсәйҙең Анкаралағы илселеге беҙҙең ил туристарына Төркиәгә ҡағыҙ аҡса алып барырға тәҡдим итте. Ошо көндәрҙә “Ишбанк” һәм “Денизбанк” беҙҙең “Мир” системаһы менән эшләүҙе туҡтатты. Сәбәбе – санкциялар. Йәғни, Көнбайыштың Рәсәйгә ҡаршы иғлан иткән санкциялары шауҡымы. Банктар кем менән эшләүҙе үҙҙәре хәл итә. Мәҫәлән, "Зираатбанк" санкцияға ҡарамаған әлегә.
Ялға барғанда етерлек ҡулаҡса алып барыу шарт. Рәсәйҙең “Мир”ын Төркиәнең ҡайһы банкы хеҙмәтләндерә, тип эҙләп йөрөргә булмаһын.
Фото: Автор фотоһы.