Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Сентября 2022, 09:00

Радий Хәбиров һәләк булған яугир ғаиләһенә килде

Бөгөн Башҡортостан Башлығы эш сәфәре менән Иглин районында.

Радий Хәбиров һәләк булған яугир ғаиләһенә килдеРадий Хәбиров һәләк булған яугир ғаиләһенә килде
Радий Хәбиров һәләк булған яугир ғаиләһенә килде

Майский ауылында Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Фәтхетдиновтың ғаиләһенә инеп сыҡты. Һалдаттың тол ҡатыны Виктория Фәтхетдинованың, ике улының хәлен белде.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, ғаиләгә ярҙам итәсәктәр. Һәләк булған яҡташыбыҙҙы 18 сентябрҙә ерләгәйнеләр.

Ошо уҡ ауылда Радий Хәбиров мәктәптә, яңы ФАП-та булды. Халыҡ менән осрашҡанда газ менән тәьмин итеү мәсьәләһе күтәрелде. Башлыҡ белдереүенсә, бында тәбиғи яғыулыҡ 2025 йылға тиклем үткәреләсәк.

Әйткәндәй, социаль программаға ярашлы, газ торбаһын хужалыҡ биләмәһенә тиклем һуҙыу - бушлай. Бынан тыш, ташламаға хоҡуҡлы граждандар ҙа бар.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

 
Радий Хәбиров һәләк булған яугир ғаиләһенә килде
Радий Хәбиров һәләк булған яугир ғаиләһенә килде
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас