

Муйнаҡ урта мәктәбендә уны һәм хеҙмәттәштәрен – Ҡырғыҙстандан Семетей, Ҡабарҙы-Балкар Республикаһынан Арсенды юғары класс уҡыусылары, Муйнаҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң “ Миләш” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле ҙур байрам ойоштороп ҡаршы алды.
Ҡунаҡтарҙы мәктәпкә йәш быуын менән осрашыуға ла саҡырғандар. Мәскәү ҡалаһында контракт буйынса хеҙмәт итеүсе, әле махсус операциянан ҡайтыусы хәрбиҙәрҙең хыялдары асыҡ, ҡараштары аныҡ һәм әңгәмәнең нигеҙендә бары имен, тыныс тормошҡа ынтылыш асыҡ сағыла. Улар әйтеүенсә, 7 ай буйы барған әҙерлек егеттәрҙе сыныҡтыра, ил һаҡсыларының рухын нығыта, йәшәйештең һәр мәлен ҡәҙерләргә өйрәтә.
Мәғлүәмәт һәм фото “Үҫәргәндәр ере – Ейәнсура” төркөмөнән алынды.