Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентябрь 2022, 05:51

Радий Хәбиров яңы спорт объекттары хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы тиҙҙән төҙөлөп бөтәсәк спорт комплекстары, һауыҡтырыу үҙәктәре, Боҙ һарайҙары, майҙансыҡтар тураһында социаль селтәрҙә яҙған. 

Радий Хәбиров яңы спорт объекттары хаҡында һөйләнеРадий Хәбиров яңы спорт объекттары хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров яңы спорт объекттары хаҡында һөйләне

"Быйыл Борайҙа физкультура-һауыҡтырыу үҙәге сафҡа индереләсәк. Универсаль спорт залында дүрт көрәш майҙаны, волейбол, баскетбол, мини-футбол, гандбол өсөн майҙандар буласаҡ. Шулай уҡ тренажер залы, массаж кабинеты, буфет, конференц-зал күҙаллана. Октябрьский ҡалаһында киләһе йыл башында Боҙ һарайын асасаҡбыҙ... Эшебеҙҙең тағы ла бер йүнәлеше - ГТО нормалары тапшырыу өсөн майҙансыҡтар. Улар  42 муниципалитетта бар. 2024 йылға Башҡортостандың бөтә ҡалаһы һәм районында буласаҡ" , тип яҙған Радий Фәрит улы.
Һәм шулай тип тә өҫтәгән: "Тап спорт беҙҙә иң яҡшы сифаттар тәрбиәләй, көслө, ныҡыш, дисциплиналы, һәм, әлбиттә, сәләмәт итә, тип һәр саҡ әйтәм. Шуға ла иң мөһим бурысыбыҙҙың береһе - кешеләргә, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлектәр булдырыу".



Радий Хәбиров яңы спорт объекттары хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров яңы спорт объекттары хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров яңы спорт объекттары хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров яңы спорт объекттары хаҡында һөйләне
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас