Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентябрь 2022, 04:57

Октябрь ниндәй буласаҡ?

Был һорауға яуап күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр.

Октябрь ниндәй буласаҡ?Октябрь ниндәй буласаҡ?
Октябрь ниндәй буласаҡ?

Бәғзе бер синоптиктар әйтеүенсә, октябрь, хатта ноябрь ҙә ғәләмәт буласаҡ. Аномаль, тиҙәр.

Шулай ҙа хафаланырға урын юҡ. Аномаль, тиеүҙәре, көҙгә бер аҙ оҡшамағаныраҡ көн торошон шулай күҙаллауҙары. Сентябрҙе күреп тораһығыҙ. Ай башында ҡапыл һыуытасаҡ, тип алдан фаразлауҙары дөрөҫкә сыҡты. Хәҙер иһә арыу ғына йылылыҡ күҙаллана.

Октябрҙең дә яҡынса ошолайыраҡ булыуы ихтимал, ти белгестәр. Көҙҙөң икенсе айының тәүге көндәре йылы буласаҡ. Норманан 1 – 2 градусҡа юғары.

Рәсәйҙең Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд “бәрхәт миҙгел”дең октябрь башынаса һуҙылыуын фаразлай.

Ҡара диңгеҙ буйындағы курорт төбәктәрҙә эҫе буласаҡ. Һыу температураһының +25, +28 градус тороуы күҙаллана. Диңгеҙҙең йылыныуы күп төбәккә йылылыҡ таратасаҡ икән.

Октябрҙең тәүге аҙнаһы Башҡортостанда ла ярайһы ҡыуандырасаҡ. Тик шуныһы: көн торошон күпкә алдан дөрөҫ фаразлау мөмкин түгел.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас