Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентябрь 2022, 13:15

Кеше ғүмере бер ни тормаймы?!

Август аҙағында Өфөнән 1974 йылғы ҡатын Калинин районындағы баҡса ширҡәттәренең береһендә үҙенең танышы менән осраша. Осрашыуҙы, әлбиттә, "йыуалар". Ниндәйҙер мәлдә улар араһында ғауға ҡубып, иҫерек ир ҡатындың күкрәгенә бысаҡ менән сәнсеп, уны үлтерә лә, телефонын, банк картаһын алып сығып китә. Кеше аҡсаһына бер шешә араҡы һатып алып эсә. Спиртлы эсемлектәрҙе үтә күп эскәне өсөн ирҙе икенсе көнөнә ҡаланың дауалау учреждениеһына оҙаталар.

Кеше ғүмере бер ни тормаймы?!Кеше ғүмере бер ни тормаймы?!
Кеше ғүмере бер ни тормаймы?!

Мәрхүмәнең кәүҙәһенә яңыраҡ ҡына баҡса ширҡәтенән бер ҡатын юлығып, полицияға хәбәр иткән.

Ваҡиға урынында эксперт-криминалистар бармаҡ эҙҙәрен таба. Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре яҡындағы магазиндарҙың видеокүҙәтеү камераларын да ҡарап, оператив саралар барышында енәйәттә ғәйепләнеүсе ирҙе эҙләп тапҡандар. Ул мәрхүмәнең танышы - быға тиклем хөкөм ителгән 38 йәшлек ир булып сыҡҡан. Ғәйебен таныған. Әлеге ваҡытта уны һаҡ аҫтына алғандар.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас