

БР-ҙың атҡаҙанған артисы Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге коллектив Рәсәйҙең милли оркестрҙар фестивалендә ҡатнашты. Етәксе белдереүенсә, ошондай саралар бер-беребеҙҙе яҡынайта. "Тулҡынландыҡ. Сөнки беҙ Кремль һарайында инек. Тыуған илебеҙҙең төп сәхнәһендә сығыш яһау - ҙур уңыш! Ойоштороусыларға рәхмәт", - тине Л. Дәүләтбаев.
Беҙҙең коллективтың сығышын барыһы ла бик оҡшатҡан. Тамашасылар ғына һоҡланмаған, ә Кремль һарайының режиссеры Галина Симанович та репетиция ваҡытында уҡ беҙҙең оркестрға иғтибар иткән.
Фестивалдең һәм Зыкина исемендәге "Россия" рус халыҡ ансамбленең художество етәксеһе, РФ-тың атҡаҙанған артисы Дмитрий Дмитриенко һүҙҙәренсә, Башҡортостандың оркестры сығышы, һис шикһеҙ, фестивалдең бер биҙәге булған.
Фото: Башгосфилармония им. Ахметова.