Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентябрь 2022, 10:09

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәре һигеҙ йәшлек малайҙы һәм уның күршеләрен янған фатирҙан сығарған

Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.

 

12 сентябрҙә көндөҙ Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай буйынса бүлеге участковыйы, лейтенант Азамат Ҡоланбаевҡа янғын тураһында хәбәр килә. Полицейский Төҙөүселәр урамындағы күп ҡатлы йортҡа ашыға. Баҫҡыс буйлап 5-се ҡатҡа күтәрелгәс, полиция хеҙмәткәре төтөн сыҡҡан асыҡ ишекте күрә. Фатирҙа балкон янған була. Янғын ваҡытында бәләкәй бала ярҙам һорап ҡысҡыра.

 

Лейтенант Ҡоланбаев бәлиғ булмаған баланы һәм уның күршеләрен йорттан сығара. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе ул граждандар менән бергә утты һүндерергә тырыша.

 

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын балаларҙың шуҡлығы арҡаһында сыҡҡан.

 

Полиция лейтенантының ҡыйыулығы арҡаһында бер кем дә зыян күрмәгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: полиция хеҙмәткәре ике аҙна элек кенә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлағандан һуң, участковый булып эшләй башлаған.

 

Фото: Т. Аманов

Читайте нас