Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентября 2022, 09:55

Башҡортостанда 4 миллион 611 мең тонна иген йыйылған

Гектар ҡеүәте уртаса – 29,3 центнер. Уңыш йыйыу тамамланып килә.

Башҡортостанда 4 миллион 611 мең тонна иген йыйылғанБашҡортостанда 4 миллион 611 мең тонна иген йыйылған
Башҡортостанда 4 миллион 611 мең тонна иген йыйылған

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдереүҙәренсә, дөйөм майҙандың планға ҡарата 91 процентында иген йыйылған.

БР Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, май культураларын йыйыу ҙа дауам итә. Әлегә 13 проценты сабылған. Шәкәр сөгөлдөрөн алыуға бөтә районда тиерлек тотонғандар. Беҙҙә был культура 19 төбәктә сәселгән. Быйыл уның уртаса ҡеүәте – гектарынан 267 центнер. Ике заводта 97 мең тонна сөгөлдөр эшкәртелгән, 13 мең тонна самаһы шәкәр алынған.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас