Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентябрь 2022, 12:13

Башҡорт теле уҡытыусыһы ҙур баһаға лайыҡ булды

Был турала республиканың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин хәбәр итте.

Башҡорт теле уҡытыусыһы ҙур баһаға лайыҡ булдыБашҡорт теле уҡытыусыһы ҙур баһаға лайыҡ булды
Башҡорт теле уҡытыусыһы ҙур баһаға лайыҡ булды

"Беҙҙең яҡташыбыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов беренсе Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының һөнәри конкурсында ҡатнашырға юлланғайны. Һәм бына һөҙөмтә - ул "Тамашасы һөйөүе призы" номинацияһында еңеү яуланы һәм почетлы бишенсе урынды алды", - тип яҙған министр социаль селтәрҙә.

Ихлас күңелдән ҡотлап шуны ла өҫтәгән: "Лайыҡлы, намыҫлы, яуаплы һәм грамоталы уҡытыусы!"

Афарин, тибеҙ беҙ ҙә, уңыштар юлдаш булһын!

Фото: vk.com

Башҡорт теле уҡытыусыһы ҙур баһаға лайыҡ булды
Башҡорт теле уҡытыусыһы ҙур баһаға лайыҡ булды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас