Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Сентябрь 2022, 17:08

Афарин, Азамат!

12 сентябрҙә көндөҙ, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенең участка вәкиле полиция лейтенанты Азамат Ҡоланбаев үҙенең терәк пунктында булғанда, дежур бүлектән янғын тураһында хәбәр килгән. Азамат шунда уҡ Төҙөүселәр урамындағы күп ҡатлы йортҡа ашыҡҡан - унда бишенсе ҡатта балкон янған...

Афарин, Азамат!Афарин, Азамат!
Афарин, Азамат!

Унда барып еткәс, ул йүгереп бишенсе ҡатҡа күтәрелгән. Фатирҙың асыҡ ишегенән ҡуйы төтөн сыҡҡан. Өйҙә һигеҙ йәшлек малай бер үҙе булған. Ул янғын тураһында әсәһенә шылтыратып әйткәс, әсәһе эшенән ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратҡан икән. Лейтенант Ҡоланбаев малайҙы һәм уларҙың күршеләрен эвакуациялаған. Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем ул бер төркөм граждандар менән бергә янғын һүндерергә маташҡан, ләкин көслө төтөн арҡаһында балкондағы утты һүндерә алмағандар. Ут бүлмәләргә таралмаһын өсөн Азамат форточканы һәм тәҙрәне япҡан. Шул ике арала янғын һүндереүселәр килеп етеп, утты ауыҙлыҡлаған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын балалар шуҡлығы арҡаһында сыҡҡан.

Полиция лейтенанты Азамат Ҡоланбаевтың ҡаһарманлығы арҡаһында бер кем дә зыян күрмәгән. Ул Өфө юридик институтын тамамлағандан һуң ике аҙна ғына полицияның участка вәкиле вазифаһында эшләй. Афарин, батыр егет! Эшегеҙҙә уңыштар!

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

 

Афарин, Азамат!
Афарин, Азамат!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас