Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Сентябрь 2022, 15:30

Тәүлек эсендә муттар 14 кешене алдаған

Стәрлетамаҡта йәшәгән 68 йәшлек ханымға билдәһеҙ ҡатын шылтыратып һөйөнсөләгән: йәнәһе лә, ҡасандыр аҙыҡ өҫтәмәләрен һатып алғаны өсөн пенсионерға 580 мең һум компенсация тейешле! Тик ул ярты миллион һумдан ашыуыраҡ аҡсаны алыр өсөн "ни бары" 35 мең һум түләргә кәрәк икән. Ярай ҙа, шул сумманы ғына түләп, пенсионер аферистың тоҙағынан ысҡына алһа... Юҡ шул. Оло кешенең башын бутап-бутап, мут ҡатын уны 580 мең һум кредит алырға һәм төрлө иҫәптәргә күсерергә күндергән...

Тәүлек эсендә муттар 14 кешене алдағанТәүлек эсендә муттар 14 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 14 кешене алдаған

Ә Туймазы районынан 21 йәшлек ҡыҙға социаль селтәр аша 500 мең һумды оттороуҙары тураһында хәбәр килгән. Ҡыҙ уйында үҙенең бәхетен һынап ҡарамаҡсы булып, һылтанма буйынса сайтҡа ингән. Ҡатнашыу өсөн 33 мең һум аҡса күсерергә талап ителгәс, күрһәтелгән иҫәпкә шул сумманы күсергән. Әммә бер ниндәй ҙә отош уйыны үткәрелмәгән...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас