

Кисә кискеһен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Стәрлетамаҡ районының Мариинский ауылында (Отрада ауыл советының дөйөм файҙаланыуҙағы ерҙәре биләмәһендә) үлән яна, тигән хәбәр килә.
Ваҡиға урынына тиҙ арала БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре оҙатыла. Билдәле булыуынса, 0,7 гектар майҙанда ҡоро үлән янған. Янғын ауылға яҡын булһа ла, бер ниндәй ҙә ҡаралтыға ут тоҡанмай. Әле ут сығыу сәбәбе асыҡлана.
Фото: Т. Аманов