Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Сентябрь 2022, 04:39

Легендаға ла - 75!

Билдәле актер, йырсы, бар халыҡтың яратҡан артисы Фидан Ғафаров 75 йәшлек юбилейын ҡаршылай.

Легендаға ла - 75!Легендаға ла - 75!
Легендаға ла - 75!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә 14 октябрҙә Хәлисә Мөҙәрисованың пьесаһы буйынса «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы (режиссеры Айрат Абушахманов) күрһәтелә. Фидан Ғафаров был спектаклдә төп ролдә уйнай.

Фидан Ғафаров актер ғына түгел, ҡабатланмаҫ тауышлы йырсы булараҡ та киң билдәле. Хәҙер инде уны, Маэстро, театр легендаһы, башҡорт эстрадаһы феномены, тип йөрөтәләр.

Өфөнөң почетлы гражданы Фидан Ғафаров бөгөн дә сәхнәнән төшмәй. 

Фото: Юлай Кәримов.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас