Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь 2022, 02:00

«Теге өсәү» тағы нимә уйлап сығарған?

"Юлдаш" радиоһында  яңырыу осоро Яңы йылдан булһа ла, "Теге өсәү" һәр ярты йыл һайын тапшырыуҙың йөкмәткеһен бер аҙ яңыртып тора.


Сентябрҙән иртәнге тапшырыуға ҡушылыусылар яңы уйындар һәм рубрикаларҙы ишетә алды. Тыңлағанда, "Етеҙ ете" уйынының ҡағиҙәһе ябай кеүек яңғырай: шылтыратыусылар бер-бер артлы эфирға эләгеп, берҙән етегә тиклем һандар сылбырын теҙеп сығырға  тейеш. Әммә, тәжрибә күрһәтеүенсә, был – төрлө ҡыҙыҡлы мажараға килтерә алған бик ҡатмарлы эш. 
Быйыл көҙ "Теге өсәү" баш ҡалала йә­шәүселәр,  атап әйткәндә, баш ҡала “ты­ғын”дарында ултырыусыларға эфир ва­ҡытын күберәк өләшергә булды, хатта ул "тығынсы"лар­ҙың тауыштарын, аһ-зар­ҙарын эфирҙа яңғыратыу мөмкин­леген бирҙе. "Улты­рабыҙ" рубрикаһы шул хаҡта.
Егеттәр сентябрь айынан Республика халыҡтар дуҫлығы йорто менән хеҙ­мәттәшлеген башланы. Ошо дуҫлыҡтың эфирҙағы һөҙөмтәһе – "Кәрәҙ" рубри­каһы. Уйында Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың береһе тураһында өс мәғлүмәт тыңлап, уны танырға тәҡдим ителә. 
"Теге өсәү" тормош тәжрибәһен туплай килә, хәҙер ул тәжрибә төш юрауға ла етә башланы. Дүшәмбелә  тыңлаусылар шылтыратып "Төш күрҙем әле, егеттәр!" рубрикаһында ҡатнаша ала. Егеттәрҙең юрауҙары фәһемле лә, төплө лә, көлкөлө лә булыр.
Йәйге ялдар тамам, ҡыҙыу хеҙмәт осоро башланды. Иртәләрегеҙҙе еңе­ләйтергә теләһәгеҙ, һәр эш көнө иртәнге сәғәт етелә "Юлдаш" радиоһын ҡабыҙып, "Теге өсәү"гә ҡушылығыҙ!

     Ғәзиз ӘБДЕЛМӘНОВ.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас