Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь 2022, 11:37

Тағы НЛО осоп килә башланымы?

"Осоусы тәрилкә" ти торғайныҡ беҙ уларға. Йәғни, билдәһеҙ осоусы объекттарға. Ҡасандыр ундайҙар беҙҙең яҡтарҙа күп йөрөнө. Рәсәй күгендә әлеге тегендә, әле бында күренделәр. Бына береһе тағы килгән, буғай.

Тағы НЛО осоп килә башланымы?Тағы НЛО осоп килә башланымы?
Тағы НЛО осоп килә башланымы?
Ставрополье крайында билдәһеҙ осоусы аппарат ҡолап төшкән. Шул арҡала һигеҙ кеше зарар күргән, тип яҙған социаль селтәрҙә төбәк губернаторы В. Владимиров.
Кисә крайҙың Төркмән округында булған был осраҡ. Йәрәхәтләнеүселәрҙе дауаханаға һалғандар. 
Осоусы аппарат тураһында бер ниндәй ҙә рәсми хәбәр юҡ. Тимәк, ул әлегә - НЛО.
Ул яҡтарҙа тыныс түгел бит. Хәрби осҡостор инде. Йәки шуның бер өлөшө. Аллам һаҡлаһын бәлә-ҡазанан!
 
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас