Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь 2022, 09:27

Күлгә һәм йылғаға “төҫлө шишмә” ҡушыла

Был нимә, тәбиғәттең сираттағы мөғжизәһеме? Әллә кеше ғәйебеме?  

Күлгә һәм йылғаға “төҫлө шишмә” ҡушылаКүлгә һәм йылғаға “төҫлө шишмә” ҡушыла
Күлгә һәм йылғаға “төҫлө шишмә” ҡушыла

Баш ҡалабыҙҙың Инорс биҫтәһе халҡы Шүкә күле һәм Өфө йылғаһының бысраныуына бәйле йәнә проблема күтәрә. Йәнә, тиеүебеҙ, сөнки аптыранған халыҡ был проблеманың осона йәйҙән бирле сыға алмай.

Тәүҙә күл тирәһендә һаҫыҡ еҫ барлыҡҡа килә. Баҡһаң, унда фиолет төҫөндә әллә ниндәй шыйыҡлыҡ ағып төшә икән. Тик кеше ҡайҙа мөрәжәғәт итһә лә, сәбәпсеһен асыҡлай алмайҙар. Хәҙер етмәһә, Өфө йылғаһына ла ошондай уҡ төҫтәге “шишмә” ҡушылыуын күреп ҡалғандар. Социаль селтәрҙәрҙә яҙыуҙарынса, проблеманы тикшереүсе юҡ. Бары тик “отписка” ғына бар. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы был хәлде контролдә тота, имеш.

...Ә йылға-күлдең бысраныуын кем һәм ҡасан туҡтатыр?

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас