Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь 2022, 11:35

Үҙ автомобилен һатҡан һәм кире урлаған

  Тиҙ байырға уйлаған был ир. Әммә ниәте барып сыҡмаған.  

Үҙ автомобилен һатҡан һәм кире урлағанҮҙ автомобилен һатҡан һәм кире урлаған
Үҙ автомобилен һатҡан һәм кире урлаған

 

  Мәскәү өлкәһендә йәшәгән 28 йәшлек А. тәүҙә автомобилен Башҡортостанда йәшәгән иргә һатҡан һәм  һуңынан уны гаражынан үҙендә ҡалдырған запас асҡыстар менән файҙаланып урлаған.

   РФ Эске эштәр министрлығы Әбйәлил районы буйынса бүлегенең дежур бүлегенә 57 йәшлек Красная Башкирия ауылы кешеһе мөрәжәғәт итә. Ике аҙна элек Силәбелә  ярты миллион һумға һатып алған  сит ил машинаһын урлап алып китеүҙәре хаҡында әйтә. Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре автомобилде эҙләй башлай. Оператив саралар барышында полиция «Вольво»ны элекке хужаһы урлауын асыҡлай. Ул тап машинаһын алған кешегә  запас частар ҙа килтерәм тип, уның адресын һорап алған була. Хужа булмаған көндө гараж ишеген ватып инеп, автомобилде урлай һәм тағы ла Силәбелә һатырға теләй. Әммә ҡыйынлыҡтар килеп сығып, һата алмағас, туҡталҡала ҡалдырып, үҙе Мәскәүгә оса.

  Ногинск ҡалаһында йәшәгән 28 йәшлек ир ғәйебен таныған. Уға урлашыу  буйынса енәйәт эше асылған.

 

Фото: МВД по РБ.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас