

Майҙансыҡта БР Хөкүмәте вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов булды.
«Был– бик мәшәҡәтле, хәүефле бизнес. Әммә яңы технологиялар буйынса тәүге уңышты һеҙ, үҙебеҙ вәғәҙә иткәнсә, өсөнсө йылға ала алдығыҙ. Объектығыҙ республикала киң танылыу алыу өсөн яҡшы өлгө булыр, тип ышанабыҙ. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар», - тип тип белдергән ул.
Проектҡа бөтәһе 2 миллиард һум аҡса һалыу күҙаллана. Емеш ағастары бишенсе йылына ғына тулы емеш бирә ала. Уңыш гектарынан 30 тоннаға тиклем булыуы мөмкин.
Сағыштырыу өсөн - Рәсәйҙә алманың уртаса уңышы – гектарынан 30 тонна. Краснодар крайында - 12-16 , Кубань «суперинтенсив» баҡсаларында - 60-65 тонна.