Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь 2022, 10:05

Аҡсаһын да алғандар, кредит та юллағандар

Нефтекамала полицияға 46 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул енәйәтселәрҙең уның исеменән дөйөм суммаһы 1,5 миллион һумдан ашыулыҡ кредит юллауҙары һәм иҫәптән аҡса урлауҙары хаҡында ғариза яҙған.

Аҡсаһын да алғандар, кредит та юллағандарАҡсаһын да алғандар, кредит та юллағандар
Аҡсаһын да алғандар, кредит та юллағандар

«Алданған ҡатынға билдәһеҙ кеше шылтыратҡан һәм үҙен,  дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү хеҙмәткәре, тип таныштырған. Ул  иҫәп яҙмаһын тергеҙеү тигән һылтау менән телефонға килгән кодтарҙы әйтеүен һораған. Муттар тоҙағына эләгеүсе серле һандарҙы әйткән. Унан һуң шунда уҡ банк хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыуҙар килгән, йәнәһе лә, улар билдәһеҙ кешеләрҙең уның исеменә кредит алырға маташыуҙары хаҡында хәбәр иткән. Зыян күреүсене ышандырыу өсөн аферистар хатта уның исеменә ҡул ҡуйылған кредит килешеүҙәрен дә ебәргән. Килешеүҙәрҙе өҙөү өсөн шылтыратыусылар телефонға килгән кодтарҙы атауҙы талап итә», – тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ханымға төрлө код менән смс-хәбәрҙәр килгән, ул уларға шунда уҡ таныш Бының менән генә шылтыратыуҙар туҡтамаған. Муттар үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тип тә танытып, һәм банктың намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәре аҡсаны урларға маташыуын белдергән, һәм тағы ла кодтарҙы әйтеүен һораған. Шул саҡта ғына ҡатын банк учреждениеһына барып, хәлдең айышына төшөнөргә булған. Банкта уға кредит бирелеүе һәм иҫәбен миллион ярым һумдан ашыу аҡса алыныуы хаҡында белдерәләр.

 

Әлеге осраҡ буйынса РФ Енәйәт кодексының 158-се «Урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас