Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь 2022, 10:10

Политсоветтың киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Башлығы ла ҡатнашты

Бөгөн Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ағзалары йыйылып, яҡын арала эшләйһе эштәрҙе барланы.

Политсоветтың киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Башлығы ла ҡатнаштыПолитсоветтың киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Башлығы ла ҡатнашты
Политсоветтың киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Башлығы ла ҡатнашты

Радий Хәбиров Украиналағы махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл асыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.

«Нам нужно уже думать об увековечении памяти тех ребят, которые воюют, и тех, кто погиб в ходе СВО. Но памятник пронизать идеей дружбы народов. Это как в Великой Отечественной войне получается. Воюют буряты, тувинцы, чеченцы, башкиры, татары, русские и многие другие, проявляя героические поступки», – тине республика Башлығы.

Һәйкәлдәр тураһында һүҙ юҡҡа ғына сыҡманы – партия тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса проекттарҙы хуплай һәм ҡатнаша.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, партия вәкилдәре СВО-ның маҡсаты һәм бурыстары тураһында халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барырға, операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итергә тейеш.

Әйткәндәй, ултырышта тағы бер мөһим тема ҡаралды. Ул - киләһе йылда үтә торған һайлауҙар. Халыҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға яңы саҡырылышы депутаттарын һайлаясаҡ. Ә 2024 йылда тағы ла әһәмиәтлерәк һайлау бар: Рәсәй Президентын һайлау.

Ғәҙәттә, партиялар үҙ кандидаттарын күрһәтә. Республика етәксеһе былай тине: “...Если коротко, для меня важны два ключевых качества для члена нашей команды: первое – высокопорядочный человек, второе –  профессионал”.

Фото: О. Яровиков.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас