Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь 2022, 05:55

Кеше ғүмерен ҡыйған һәм байрам итеүен дауам иткән

Енәйәтсе ҡатын әле булһа үҙ ғәйебен тулыһынса танымаған.

Кеше ғүмерен ҡыйған һәм байрам итеүен дауам иткәнКеше ғүмерен ҡыйған һәм байрам итеүен дауам иткән
Кеше ғүмерен ҡыйған һәм байрам итеүен дауам иткән

Башҡортостанда йәшәгән ҡатын Яңы йыл байрамында үҙенең танышын үлтереүҙә һәм кәүҙәһен тураҡлауҙа ғәйепле тип танылды. Республиканың Ғафури район-ара суды уны  8 йылға дөйөм режимлы колонияға оҙатты. Был ҡот осҡос енәйәт тарихы хаҡында яңыраҡ ҡына тулыраҡ билдәле булды.

 

Тәфтиш һәм суд мәғлүмәттәре буйынса, Яңы йыл байрамында Талбазыла йәшәүсе ҡатын танышы менән бергә спиртлы эсемлектәр эскән. Ниндәйҙер мәлдә хужабикә менән мөнәсәбәтте яйға һалынмаған тағы бер ҡунаҡ килеп инә. Улар ыҙғышҡан һәм һуғышҡан, һуңынан хужабикә ҡунағыныңмуйынына кәмендә өс тапҡыр бысаҡ менән сәнскән.

Ошо хәлдән һуң ҡатын полицияға шылтыратырға ашыҡмай, ә Яңы йылды артабан билдәләүен дауам итә. Икенсе көндө ул шаһитҡа кәүҙәне иҙән аҫтына йәшерергә ярҙам һорай. Ошо ваҡытта улар алкоголь эсеүен дауам иткән, ә шаһит, һуңынан асыҡланыуынса, көн һайын туҡтамай эскән.

 

Һөҙөмтәлә, күпмелер ваҡыттан һуң ҡатын, мәрхүмдең кәүҙәһен иҙәндән сығара алмауын аңлап, уны айыра һәм тоҡтарға төрөп ҡуя. Судта ул мәйетте тураҡлауҙа шаһитты ғәйепләй, ләкин экспертиза киреһен иҫбатлай. Талбазы ауылында йәшәүсе үҙ ғәйебен аҙағынаса танымаған.

Шаһит шунда уҡ уның кәүҙәһен танышы бүлгеләүен, ә һөйәктәрен йылғаға ташларға ниәтләүен белдергән. Ул ғәйепләнеүсенең тәүбә итеүенә һәм үҙенең хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итәсәгенә өмөтләнеп, полицияға шылтыратмаған. Һөҙөмтәлә үлтерелгән ирҙе бер нисә көн эҙләгәндәр.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас