Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Сентябрь 2022, 19:57

Халыҡ яҙыусыһына оло ихтирам менән...

"Торатау" Конгресс-холында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшенә арналған фәнни-ғәмәли конференцияла әҙәбиәт һөйөүсе барлыҡ зыялылар йыйылды.  

Халыҡ яҙыусыһына оло ихтирам менән...Халыҡ яҙыусыһына оло ихтирам менән...
Халыҡ яҙыусыһына оло ихтирам менән...

"Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың милли әҙәбиәт һәм мәҙәниәт үҫешенә индергән өлөшө" тип аталған сараның пленар өлөшөндә әҙибәне БР Хөкүмәтенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Баймаҡ районы хакимиәте вәкилдәре, дәүләт учреждениелары һәм ойошмалар ҡотланы. Сарала шулай уҡ Татарстан һәм Удмурт Республикалары вәкилдәре лә ҡатнашты.

- Таңсулпан Ғарипова - ысын халыҡ яҙыусыһы. Быны уҡыусыларҙың уның әҫәрҙәренә һөйөүе күрһәтә. Барығыҙ ҙа беләһегеҙ, уның романы "Бөйрәкәй" романы хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә иң уҡымлы китаптарҙың береһе, тип танылды. Әлбиттә, авторҙың ижадында бик күп әҫәрҙәр бар, танылыу һәм еңеүҙәр күп булды. Әҙәбиәттә 70-се йылдарҙан алып тырышып эшләп, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы барыбыҙ өсөн дә эшһөйәрлек өлгөһөн күрһәтте. Ул, үҙ эшеңде яратһаң һәм күп эшләһәң, һәр ваҡыт уңышҡа өлгәшерһең, тип иҫбатлай. Таңсулпан Хизбулла ҡыҙын тағын күркәм юбилейы менән ҡотлайым! Ысын күңелдән уға рәхмәтлемен һәм ныҡлы һаулыҡ, яңы ижади уңыштар теләйем", - тине үҙ сығышында Азат Шамил улы.

Яҙыусының фиҙаҡәр хеҙмәтен баһалап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты уны "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләне. 

Конференция сиктәрендә Т. Ғарипованың тормошо һәм ижадына, әҫәрҙәренең художество һәм жанр-стиль үҙенсәлектәренә арналған, шулай уҡ күренекле яҙыусыларҙың тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеү буйынса инновацион эштәр һәм тәжрибәләр буйынса секция ултырыштары үтте. Уларҙа билдәле яҙыусылар, әҙәбиәт белгестәре, ғалимдар һәм уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты.

Конференцияны республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә "Әҙәбиәт. Музей. Мәҙәниәт" автономиялы ойошмаһы, Милли әҙәбиәт музейы, Мәжит Ғафури мемориаль музей-йорто, Яҙыусылар берлеге ойошторҙо.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас