Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь 2022, 12:09

Ҡарабойҙайға ҡытлыҡ булмаясаҡ

Рәсәй кешеләренең яратҡан ярмаһы тағы ла күберәк буласаҡ. Ҡарабойҙай уңған.

Ҡарабойҙайға ҡытлыҡ булмаясаҡҠарабойҙайға ҡытлыҡ булмаясаҡ
Ҡарабойҙайға ҡытлыҡ булмаясаҡ

Илдә тулайым йыйым 2021 йылғы кимәлдән артыр тип фаразлана. Башҡортостанда ла был культураның уңышы һәйбәт, гектарынан 12,9 центнер тәшкил итә, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан – ҡарабойҙайҙы үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Әйткәндәй, уны илдең 49 субъекты үҫтерә.

Алтай крайы, Курск, Воронеж һәм Орел өлкәләре менән бер рәттән, тулайым йыйымдың яҡынса 75 проценты беҙҙең республикаға тура килә. 

Әле уңыш йыйыу дауам итә. Ҡыҫҡаһы, ҡарабойҙай бутҡаһын туйғансы ашаясаҡбыҙ, борсолмағыҙ, ярма һәммәбеҙгә лә етәсәк. 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас