Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Сентябрь 2022, 15:45

Муттар элемтә операторҙары булып та шылтырата...

Рәсәй Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ғинуар-июль айҙарында илдә теркәлгән енәйәттәрҙең дөйөм һаны - 1,8 процентҡа, шул иҫәптән ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр һаны 6,3 процентҡа кәмегән. Транспорт сараларын урлап ҡасыу һаны – 9 процентҡа, урлашыуҙар - 2,7 процентҡа, автомобилдәрҙе урлау - 28,4 процентҡа кәмегән. IT-технологиялар өлкәһендә лә енәйәттәр һаны 8 процентҡа кәмегән.

Муттар элемтә операторҙары булып та шылтырата...Муттар элемтә операторҙары булып та шылтырата...
Муттар элемтә операторҙары булып та шылтырата...

Башҡортостанда ла, республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йыл менән сағыштырғанда енәйәттәр һаны кәмегән. Мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын ҡулланыу, компьютер мәғлүмәттәре өлкәһендә ҡылынған енәйәттәр һаны 10 процентҡа кәмегән (бындай енәйәттәрҙе асыу - 28 проценттан ашыу). IT-енәйәттәрҙең дөйөм күләменән 39 проценттан ашыуы - Өфөгә, 24 проценты - ҙур ҡалаларға, 36 проценты райондар иҫәбенә тура килә. IT-енәйәттәрҙең өстән ике өлөшө интернет селтәрен файҙаланып, һәр өсөнсө енәйәт банк картаһын ҡулланып, һәр дүртенсе енәйәт мобиль элемтә ярҙамында ҡылынған.

Һуңғы ваҡытта мутлашыусылар йыш ҡына мобиль элемтә операторҙары булып абоненттарға шылтырата, номерҙың блокка ҡуйылыуы хаҡында белдереп ҡурҡыта. Йәнәһе лә, номерҙы һаҡлар өсөн абонентҡа улар әйткән һандар комбинацияһын йыйырға кәрәк. Муттар әйткән һандарҙы йыйған осраҡта шылтыратыуҙар һәм смс-хәбәрҙәр (банктан килгән кодтар ҙа) муттарға күсерелә һәм уларға банк иҫәптәре менән идара итергә мөмкинлек бирә.

Паспорт мәғлүмәттәрен алыу ҙа муттарҙың тағы бер маҡсаты. Шәхси мәғлүмәттәр менән улар ҡорбандарының исеменә кредит юллай ала йәки бер көнлөк фирма асып, онлайн-банкка инергә мөмкинлек алалар. Шулай уҡ урланған мәғлүмәтте төрлө сервистарҙа теркәлеү өсөн, шантаж маҡсатында ла файҙаланалар.

"Һис шикһеҙ, телефон муттары дәүләтте лә, банктарҙы ла, операторҙарҙы ла борсоуға һала, антифрод-платформалар әҙерләүгә ҙур суммалар тотонола. Әммә, телефон аша һөйләшкәндә конфиденциаль мәғлүмәтте уңлы-һуллы таратмау ҙа телефон муттарының тоҙағына эләкмәҫкә ярҙам итә", - тип иҫәпләй "Билайн "компанияһы эксперттары.

Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге эксперттар элементар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә. Беренсенән, шикле VPN-сервистар менән файҙаланмағыҙ. Икенсенән, төрлө паролдәр ҡулланырға, уларҙы йыш ҡына алыштырып торорға кәрәк (иң яҡшыһы - өс айға бер тапҡыр). Өсөнсөнән, шәхси йәки коммерция мәғлүмәттәрен тапшырыу өсөн йәмәғәт урындарында асыҡ бәйләнеш нөктәләре (точки доступа) менән файҙаланмаҫҡа.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарҙы уяу булырға саҡыра. Әгәр һеҙгә шылтыратып, иҫәбегеҙҙән аҡсағыҙҙы күсерәләр, тип хәбәр итһәләр, трубканы һалып, банк бүлексәһенә шылтыратығыҙ. Үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙ, картаның кире яғындағы һандар менән бүлешмәгеҙ.

Бәлә-ҡазаға тарыған туғандарығыҙ хаҡында хәбәр иткән осраҡта ла, шунда уҡ аҡса күсерә башламағыҙ – үҙегеҙ туғанығыҙға шылтыратып, ысынлап та ярҙамға мохтажмы-юҡмы икәнен белешегеҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙҙы, күршеләрегеҙҙе лә мутлыҡтар тураһында иҫкәртегеҙ. Муттар төрлө битлек кейеп, төрлө кеше булып һөйләшеүе ихтимал.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас