Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Сентябрь 2022, 09:59

Капиталь ремонтҡа түләүгә бәйле закон сығасаҡ

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктур үҫеш буйынса комитеты «Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь төҙөкләндереү үткәреүҙе ойоштороу тураһында» Башҡортостан Законының 27-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында»ғы закон проектын хуплап сыҡты. Комитет парламенттың киләһе пленар ултырышында документты тулыһынса ҡабул итергә тәҡдим итте.

Капиталь ремонтҡа түләүгә бәйле закон сығасаҡКапиталь ремонтҡа түләүгә бәйле закон сығасаҡ
Капиталь ремонтҡа түләүгә бәйле закон сығасаҡ

Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, парламент спикеры Константин Толкачев, закон проектында айырым категорияға ҡараған граждандар өсөн капиталь ремонтҡа түләүҙәр буйынса ташламаларҙың ғәмәлдә ҡалыуын оҙайтыу тәҡдим ителә, тигән.

Әле капремонт өсөн түләү 70 йәшкә еткән торлаҡ милекселәренә – 50, 80 йәшкә етеүселәргә 100 процент күләмендә компенсациялана. Ташлама эшләмәгән яңғыҙ йәшәүсе йәки эшләмәгән граждандар, эшләмәгән I һәм (йәки) II төркөм инвалидтары менән бергә йәшәүсе пенсионерҙарға ла бирелә. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, был социаль ярҙам сараһының мөҙҙәте быйыл тамамлана. Уны тағы ла ике йылға, йәғни 2024 йылдың аҙағына тиклем, оҙайтыу тәҡдим ителә.

Законды ғәмәлгә ашырыу өсөн республика бюджетынан сығымдар 2023 йылда – 40,3 млн, 2024 йылда 44,9 млн һум тәшкил итәсәк.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас