

Фатирға ингәс, ир бабайҙы кәстрүлдәр йыйылмаһын 57 мең һумға һатып алырға өгөтләп күндергән.
Һуңынан бабайҙың балалары үтә ҡиммәткә төшкән һауыт-һабаның ни бары осһоҙ контрафакт тауар икәнен асыҡлаған.
Полиция ваҡиға сәбәптәрен тикшереп, мутлашыу факты буйынса фотолағы ирҙе эҙләй. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлегенән Сөмбөл Вәлиева хәбәр итә.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.