Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентябрь 2022, 13:38

Радий Хәбиров: Махсус операцияларҙа ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә ярҙам - өҫтөнлөклө бурыс

12 сентябрҙә республика Хөкүмәтендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет хакимиәттәренә хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Радий Хәбиров: Махсус операцияларҙа ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә ярҙам - өҫтөнлөклө бурысРадий Хәбиров: Махсус операцияларҙа ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә ярҙам - өҫтөнлөклө бурыс
Радий Хәбиров: Махсус операцияларҙа ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә ярҙам - өҫтөнлөклө бурыс

- Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә башҡорт СОБР-ы ла үҙенең батырлығын раҫланы. Егеттәр бик ҡыйыу көрәште, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Бөгөн алғы сафта - Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондарҙың яугирҙары. Муниципалитет башлыҡтарына Тыуған илен яҡлау буйынса үҙ бурысын үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләләренә күберәк иғтибар бүлергә кәрәк. Уларҙың туғандарына һәм яҡындарына ярҙам - беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө бурыс.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас