

Енәйәт уҙған йылдың 24 авгусында ҡылына. Тикшереү материалдарынан күренеүенсә, был көндө ир өйөнә ерләүҙән ҡайтып барған. Бер мәл уның эргәһенә танышы килеп, эсергә аҡса һорай башлаған. Ул дуҫына аҡса биреүҙән баш тартыуҙан ҡурҡҡан. Сөнки тегеһе төрмәнән сыҡҡас та уны кәмһеткән һәм быға тиклем ике кешене үлтергән. Ул уға бер шешә спиртлы эсемлек һатып алған, ләкин иптәше, китергә бирмәйенсә, йәнә аҡса талап иткән. Хөкөм ителеүсе әйтеүенсә, уның аҡсаһы бөткән - шул саҡта әңгәмәсе үҙенең кеҫәһенә ҡулын тығып, уға үлтереү менән янай башлаған.
– Уның янауын ысынға алдым, – тип һөйләне ир судта. – Ул бысаҡты тартып сығарғандыр, тип уйланым. Сөнкиул һәр ваҡыт бысаҡ йөрөттө, барыһына ла янаны, хәмер таптырҙы. Мин ҡотом осоп, үҙемдең балыҡ тотҡан бысағымды килтереп сығарҙым да, уға һаҡланыуымды белдерҙем.
Ир кеше кеҫәһенән сәнске алып, уның ҡулын яралаған. Быға яуап итеп хөкөм ителеүсе 16 тапҡыр танышының күкрәгенә, ҡорһағына һәм муйынына бысаҡ менән сәнскән. Һуңғыһы күп ҡан юғалтыуҙан вафат булған.
Суд ирҙе биш йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатты. Хөкөм ҡарарын еңеләйтеү сифатында ғәйепте тулыһынса таныу, ыңғай характеристикалар (шул иҫәптән мәрхүмдең ағаһынан да), бәләкәй балаһы булыуы, шулай уҡ зыян күреүсенең даими кәмһетеүе һәм әхлаҡһыҙ тәртибе иҫәпкә алынған.
Фото: Т. Аманов