Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентября 2022, 06:26

Көлөргәме, иларғамы?

Душта йыуыныу ваҡыты – биш минут! Ҡәтғи экономияларға өйрәнегеҙ. Властар ниндәй ҡарар ҡабул итергә лә белмәй, буғай.

Көлөргәме, иларғамы?Көлөргәме, иларғамы?
Көлөргәме, иларғамы?

Ишетәһегеҙ, күрәһегеҙ, әле Көнбайыштан беҙҙең илгә ҡаршы санкциялар индерелеүе дауам итә. Рәсәй етәкселеге лә тик ятмай. Европаны өшөтөргә уйлайбыҙ. Ә уларҙа быйыл ҡышты имен сығыу өсөн төрлө ҡағиҙә, ҡарар ҡабул ителә лә башлаған икән. Береһе душта йыуыныу ваҡытына бәйле.

Нидерланды властары душта нисә минут йыуынырға рөхсәт итергә уйлай, беләһегеҙме? Биш минут! Йәнәһе, һыу ҙа, энергия ла экономияланасаҡ. Төньяҡ-көнсығыш провинцияларҙа махсус таймерҙар таратып сыҡҡандар.

Тик халыҡ бының менән бигүк риза түгел. Бәлки, йыуыныу көндәрен дә билдәләргәлер, мәҫәлән, ике аҙнаға бер тапҡыр, йәкшәмбелә, тип кинәйәләй икән кешеләр.

Ошондай уҡ ҡағиҙәләр тураһында Бөйөк Британияла ла һөйләйҙәр, ә немецтар үҙҙәре үк тиҙ генә һәм һирәгерәк йыуына башлаған, имеш.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас