Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентябрь 2022, 10:04

Инвалид коляскаһында – Торатауға!

Ошо көндәрҙә инвалид коляскаһында ултырыусы Миңнислам Вахитов Торатау шиханына күтәрелде.

Инвалид коляскаһында – Торатауға!Инвалид коляскаһында – Торатауға!
Инвалид коляскаһында – Торатауға!

Был – В. Засов исемендәге хәйриә фондының “Торатауға инвалидтарҙың күтәрелеүе” проекты.

Миңнислам Вахитов Салауат районынан. Ул быға тиклем (2015 йылда) команда составында Ирәмәлгә менгән булған инде. Ә Торатауға әлегәсә “колясочник”тарҙың күтәрелгәне юҡ ине.

“Бында менеү – команда эше. Миңә терәк булған һәр кемгә ҙур рәхмәт! Минең өлгөм башҡаларға ла үҙенә ышанырға ярҙам итер, яңы мөмкинлектәрҙе һынап ҡарарға этәрер, тип ышанам”, – тип яҙған Миңнислам ағай социаль селтәрҙә.

Фото: vk.com (Миннислам Вахитов)

Инвалид коляскаһында – Торатауға!
Инвалид коляскаһында – Торатауға!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас