

Башҡортостанда алдағы ике көндә йылы һауа торошо урынлаша. Башгидромет синоптиктары мәғлүмәте буйынса, республиканың ҡайһы бер райондарында төндә ҡырау төшөүе һаҡланасаҡ.
12 сентябрҙә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 11–16 градус йылы.
Республикала 13 сентябрҙә әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә – 1–6 градус йылы, ҡайһы бер райондарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0–2 градусҡа тиклем һыуытып ҡырау төшөүе фаразлана. Көндөҙ һауа температураһы – 13–18 градус йылы була.
Фото: Т. Аманов