Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентябрь 2022, 04:20

17 йәшлек ҡыҙынан баш тартырға уйлаған

Быны ғәзиз кешеһе ғәфү итә алырмы?

17 йәшлек ҡыҙынан баш тартырға уйлаған17 йәшлек ҡыҙынан баш тартырға уйлаған
17 йәшлек ҡыҙынан баш тартырға уйлаған

Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе ир 17 йәшлек ҡыҙға ҡарата биологик  атаһы булмауын асыҡлау өсөн судҡа мөрәжәғәт иткән. Дәғүәлә ул хәләл ефете менән өйләнешкәс балалары булыуын билдәләгән. Ир тәүҙә ҡыҙҙың биологик атаһы булыуына ышанған, ләкин күп йылдар үткәс, ул шикләнә башлаған.

 

Судта ир баланың атаһы булмауҙы тикшереүҙе һәм тыуыу тураһында акт яҙмаһынан уның атай булыуын алып ташлауҙы һораған. Үҙ сиратында, ҡатыны ҡыҙын тап унан табыуын белдергән.

 

Хәҡиҡәтте билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы уҙғарылған. Һөҙөмтәлә дәғүәсе баланың биологик атаһы булыу ихтималлығы 99,99 процент күрһәткән.

«Эксперт һығымтаһын тикшергәндән һуң, суд, ул дөрөҫ төҙөлгән, тигән һығымтаға килә, унда яҙылған мәғлүмәттәр дөрөҫ, эш материалдары менән раҫлана. Экспертиза һығымтаһына ышанмау өсөн нигеҙ юҡ, суд күрһәтелгән һығымтаның махсус ойошма аша тикшерелгәнен,  белгестәрҙең компетентлығына шикләнергә урынһыҙ икәнен билдәләгән. Һығымтала үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙең ентекле тасуирламаһы, улар һөҙөмтәһендә һығымта яһалып, ҡуйылған һорауҙарға нигеҙле яуаптар бирелгән. Экспертиза үткәргән эксперт енәйәт яуаплылығы тураһында иҫкәртелгән, – тип хәбәр иттеләр судтан. – Аталыҡтан баш тартыу тураһында дәғүә талаптарын ҡәнәғәтләндереүҙән баш тарттыҡ».

 

Был ҡарар әлегә законлы көсөнә инмәгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас