Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентябрь 2022, 11:25

11 мең бала сәйәхәт итә аласаҡ

«Башҡортостан Республикаһында мәктәп туризмы» проекты барышында республикаға федераль бюджеттан 55,5 миллион һум  аҡса йәлеп ителгән.

11 мең бала сәйәхәт итә аласаҡ11 мең бала сәйәхәт итә аласаҡ
11 мең бала сәйәхәт итә аласаҡ

 Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.

Беҙҙең төбәк РФТуризм буйынса федераль агентлыҡ башланғысы буйынса «Мәктәп туризмы» проектын һынау башланған 18 пилот төбәктең береһе булды. Йыл аҙағына тиклем  5-9 синыфтарҙа уҡыған 11 меңдән ашыу уҡыусы республика буйлап сәйәхәт итә аласаҡ.

    Дөйөм алғанда, проектты тормошҡа ашырыуға 77,7 миллион һум ҡаралған. «Кисә генә Павловкаға туристик сәйәхәт ҡылған балаларҙың тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһындым. Бөтә балалар ҙа ҡәнәғәт ҡалды», - тине Рөстәм Афзалов.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас