Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентябрь 2022, 12:35

Өфө йәшелләндереү буйынса өсөнсө урында

Башҡортостандың баш ҡалаһы «Роскосмос» белгестәре әҙерләгән Рәсәйҙең иң йәшел миллионлы ҡалалары рейтингында өсөнсө урынды алды.

Өфө йәшелләндереү буйынса өсөнсө урындаӨфө йәшелләндереү буйынса өсөнсө урында
Өфө йәшелләндереү буйынса өсөнсө урында

Беренсе урында - Пермь, икенселә - Екатеринбург. Йәшелләндереүҙең иң түбән кимәле Краснодарҙа - 8,1.


Артабан ҡаланы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү йәһәтенән Өфө мэры Ратмир Мәүлиев өҫтөнлөклө бурыс тип бер йыллыҡ сәскәләр һәм үҫемлектәр ултыртыуҙан күп йыллыҡ ҡыуаҡлыҡтар һәм ағастар ултыртыуға күсеүҙе, яңы аллеялар булдырыуҙы һәм булғандарын киңәйтеүҙе билдәләне.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас