

Хоҡуҡ һаҡлаусылар комплекста хәүефһеҙлек техникаһының нисек үтәлеүен тикшерә. Бынан тыш, контроль-күҙәтеү органдары хеҙмәткәрҙәренең эшенә баһа биреләсәк. Прокуратура янғынға юл ҡуймау, сауҙа үҙәгенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ниндәй саралар күрелеүен, шулай уҡ элек асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе нисек контролдә тотоуҙарын асыҡлаясаҡ. Нигеҙҙәр булған осраҡта, прокурор тарафынан саралар күреләсәк.
«Меркурий»ҙа янғын сығыуы тураһында хәбәр 9 сентябрҙә киске 10-дар тирәһендә килә. Алты сәғәттән һуң 5,4 мең квадрат метр майҙанда янғын һүндерелә. Зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ. Әлеге ваҡытта янғын эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре дауам итә. Конструкцияларға һыу ҡойоуға Ка-32 янғын-ҡотҡарыу вертолеты килгән.
Фото: Т. Аманов