Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Сентябрь 2022, 12:15

Муттар һәр ерҙә һағалай

Өфөлә йәшәүсе ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән. 

Муттар һәр ерҙә һағалайМуттар һәр ерҙә һағалай
Муттар һәр ерҙә һағалай

Ул Ҡулса урамындағы Сауҙа һәм күңел асыу үҙәгендә булғанда таныш булмаған ҡатын килеп, шылтыратыу өсөн кеҫә телефоны һораған. Ханым гаджетты енәйәтсе ҡатынға биргән, һуңынан һуңғыһы ҡасҡан. Хоҡуҡ һаҡлаусылар енәйәтсене тиҙ арала асыҡлаған. Ул быға тиклем хөкөм ителгән 34 йәшлек ҡатын булып сыҡҡан.

 

- Асыҡланыуынса, енәйәтсе алдап кәрәҙле телефонды урлап ҡына ҡалмаған, ә үҙенең танышына банк картаһындағы аҡсаларҙы ла  күсергән, - тип билдәләнеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. - Килтерелгән зыян күләме 14 мең һум тәшкил итте.

 

Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас